Башҡортостандағы тотҡондарға ярҙам

Читать на русском

ОВД-Инфо ― хоҡуҡ яҡлау проекты, ул 12 йыл дауамында митингтарҙа ҡулға алынған кешеләргә ярҙам итә. Әгәр һеҙҙе ҡулға алһалар, тентеү йә эҙләнеү эштәре үткәрһәләр, полицияға саҡыртһалар, штраф һалғандар йәки митингта ҡатнашыуығыҙ өсөн енәйәт эше астылар икән, ОВД-Инфо һеҙгә ярҙам итә ала.

Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ йәки телеграм-ботҡа яҙығыҙ. Беҙҙең юристар үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы нисек яҡларға икәнен аңлатып бирәсәк һәм, мөмкин булған осраҡта, адвокат ебәрәсәк. ОВД-Инфоға мөрәжәғәт итеү хәүефһеҙ һәм бушлай.

➤ 8 800 707 05 28

➤ @ovdinfobot

Башҡортостанда ОВД-Инфо адвокаты булып, судтарҙа зыян күргәндәргә ярҙам итергә. Әгәр һеҙ енәйәт йәки административ эштәрҙе алып барырға әҙер икәнһегеҙ, был анкетаны тултырығыҙ.

Волонтер булырға һәм беҙҙең тексттарҙы тәржемә итергә. Әгәр һеҙ рус теленән тыш, башҡорт йәки татар телдәрен белһәгеҙ, беҙҙең волонтерҙар өсөн бот @ovdinfovolbot ҡулланығыҙ һәм анкетаны тултырығыҙ.

  1. Беҙҙең материалдар:
  2. Инструкциялар: